Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«Төрки телле театрҙар һәм мәҙәниәттәр диалогы» конференцияһы уҙҙы

Бөгөн Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Төрки телле театрҙар һәм мәҙәниәттәр диалогы» Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы.

Конференцияла ҡатнашыусылар ғилми статьялар менән сығыш яһанылар. Докладсы араһынан – театр эшмәкәрҙәре: Галина ВЕРБИЦКАЯ (Өфө) «Вариативно-смысловые аспекты сценических интерпретаций трагедии Мустая Карима «Не бросай огонь, Прометей!»» темаһы менән, Динара ФАРДЕЕВА (Татарстан) «Особенности репертуара дореволюционного татарского театра» темаһы менән, Айһылыу СӘҒИТОВА (Өфө) «Трагическая роль Гюлли Мубаряковой» темаһы менән, Нияз ИГЛАМОВ (Татарстан) «Проектная деятельность в репертуарных театрах Татарстана», Сәниә ҠАБДИЕВА (Ҡаҙағстан) «Молодая казахская режиссура: векторы развития» темаһы менән, Рида БУРАНОВА (Өфө) ««Бибинур, ах, Бибинур!..» Флорида Булякова в Башкирском академическом театре драмы им.М.Гафури» темаһы менән һәм Тарлан РАСУЛОВ (Әҙербайжан) «Театральное восприятие спонтанного порядка».