Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Тағы гастролгә?! Әлбиттә! Ә ҡайҙа? Йәнә Ырымбурға!

«Өфө-Ырымбур араһы етмеш һигеҙ саҡырым»,- тип йырлай халыҡ. Ай-һай, хәҙерге заман тиҙлеге менән ҡыуғанда Каруанһарайға тиклемге ара шунсаға ғына тороп ҡалғандыр ҙа ул... Күңелдәр яҡынлығы, йөрәктәр ашҡыныуы Өфө -Ырымбур юлын тағы ла ҡыҫҡартыуын иҫәпкә алһаҡ...

Эйе, Ырымбур бик күп милләттәштәребеҙ йәшәгән, тарихи яҡтан республиканың ижтимағи мәҙәни үҫешенә ҙур йоғонто яһаған, рухҡа яҡын күркәм төбәк. Башҡорт профессиональ театрына нигеҙ һалыусы Вәлиулла Мортазин - Иманскийҙың бөйөк эҙҙәрен һаҡлаған( Ырымбурҙа ул шанлы йылдарҙа эшләп килгән төрлө театр түңәрәктәре Башҡорт театрын ойоштороуҙа ҙур роль уйнай) ут күршебеҙ Ырымбур менән театр бөгөн дә ныҡлы бәйләнештә йәшәй. Мәҫәлән, ошо йәй башында ғына бер төркөм артистар «Ҡатынымдың исеме Морис» (Р.Шарт, реж. Ф.Бикчәнтәев) суперкомедияһы һәм театрлаштырылған концерт менән республикабыҙҙың көньяк райондарында гастролдә булғанда Ырымбур өлкәһе Гай районы Нововоронеж ҡасабаһына ла барып етте, Байғаҙаҡ ауылында ла булды, ә сығыштарын 11 июндә Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында тамамланы.

10-16 июнь театрыбыҙ Ырымбур губернаһының 270 һәм өлкәнең 80 йыллығына бағышлап уҙғарылған Беренсе Волга буйы театр фестивалендә «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға » (Т.Ғарипова, реж. О.Ханов) мюзиклы менән сығыш яһап, фестивалдең «Тамашасы мөйөүе» призына лайыҡ булғайны.

Ырымбурҙа уҙасаҡ сентябрь айы гастролдәре, әлбиттә, театрҙың 95 йыллығы уңайынан ойошторола. Сығыштар М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә рус драма театрында уҙасаҡ. Гастролдәр 26 сентябрҙә «Бәхет хаҡы» (Х.Мөдәрисова) музыкаль мелодрамаһы менән асыла. 27-28 сентябрҙә көндөҙ балалар өсөн «Серле көршәк» (З.Биишева) әкиәте, 27 сентябрь - «Мин- ҡатын -ҡыҙ» (Т.Миңнуллин) бишек йыры. 28 сентябрь гастролдәр «Күңел ынйылары – дуҫтарға» тигән театрлаштырылған концерт менән тамамлана. летучка_2

летучка_1