Яңылыҡтар

«Татар-информ»да беҙҙең гастролдәргә арналған матбуғат конференцияһы үтте

Бөгөн, 12 мартта, «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығында М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Ҡазан гастролдәренә бағышланған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Һөйләшеү театрҙың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан апрель айында Ҡазанда үтәсәк гастролдәр хаҡында барҙы.

Татарстан журналистары менән уҙған конференцияла М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег Ханов, «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә төп ролде башҡарыусы  актриса Римма Ҡаһарманова һәм Г.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры директоры Илфир Якупов ҡатнашты.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының алмаш гастролдәре 3 – 7 апрелдә Г.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә үтәсәк. Гастроль репертуарында — һуңғы йылдарҙа донъя күргән сәхнә әҫәрҙәре: «Урал Батыр» (башҡорт халыҡ эпосы буйынса), «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц.), «Баллы, тирәкле Балтирәк» (А.Ишбулдина), «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме…» (Ф.Бүләков), «Иң бәхетле төн!..» (А.Касона), «Бәхет хаҡы» (Х.Мөҙәрисова).