Театрҙа ғашиҡтар көнө
«Тик ғашиҡтар ғына ҡалһын ине
Ер йөҙөндә, бөтә йыһанда.
Уларҙа бит мәкер, уҫаллыҡ юҡ —
Тик аҡ нурҙар улар йыйғандар».
Р.Йәнбәк
Ғашиҡтар! Һөйгән йәрҙәрегеҙгә сихри бер кис бүләк итегеҙ: бергәләп театрға килегеҙ!
18.30 сәғәттә театр фойеһында — оркестр сығышы,
яҡты хистәр бүләк итер саралар — хат аша яратҡан артистарығыҙға ҡарата үҙ тойғоларығыҙҙы, теләктәрегеҙҙе еткереү мөмкин буласаҡ.
14 февраль- театрҙағы Ғашиҡтар көнө мөхәббәтле, йыр — моң тулы «Бәхет хаҡы» (Х.Мөҙәрисова) музыкаль мелодрамаһы менән менән тамамланасаҡ.
Ғашиҡтар көнөндә театрҙа уҙғарған илаһи кисегеҙ хәтерегеҙҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ ваҡиға буласаҡ.