Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Театрҙа Ҡазан ҡунаҡтары. Туфан рухы – йәшәү йыры, бишек моңо

5 май - Туфан Миңнуллиндың «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» пьесаһы буйынса «Мин – ҡатын- ҡыҙ» (режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев) премьера спектакленә Татарстандан драматург Туфан Ғабдулла улының ғаиләһе: тормош юлдашы -Татарстан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисткаһы, Татарстандың Ғ.Туҡай ис. дәүләт премияһы лауреаты Нәжибә Ғимаделислам ҡыҙы Ихсанова һәм драматургтың һөйөклө ҡыҙы Әлфиә Туфан ҡыҙы килде. Йәш режиссерҙың Туфан Миңнуллиндың үлемһеҙ пьесаһына мөрәжәғәт итеп, уны ваҡыт күҙлегенән «уҡыуы», бишек йыры жанрында заманса сәхнәләштереүе, спектаклдең художество һәм музыкаль яҡтан отошло биҙәлеше пьесаның үҙенсә яңғырашына булышлыҡ итеүен билдәләп үтте юғары ҡунаҡтар. Был кистә һәр кем Туфан Миңнуллиндың яҡты рухын иҫкә алды.

Бөгөн Туфан Миңнуллиндың тағы бер әҫәре - «Мулла» драматик хикәйәһе ( режиссеры – А.Абушахманов) Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә уңыш менән бара.