Яңылыҡтар

Театрҙа йәш ижадсылар осрашыуы

Күптән түгел М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Закир улы Ханов, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Хәҙис улы Әмиров, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Азамат Рәмил улы Юлдашбаев йәш яҙыусылар менән осрашты. Йыйылыш «Йәшлек» гәзите редакцияһы, Башҡорт дәүләт академия драма театры етәкселеге һәм «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев башланғысы менән ойошторолдо. Уның маҡсаты: бөгөнгө көн драматургияһын үҫтереү. Осрашыуға килгән башлап яҙыусылар: «Йәшлек» гәзитенән Гөлнур Ҡыуатова, Миңзәлә Асҡарова, «Шоңҡар» журналынан Фәйез Харрасов, Фәрзәнә Утарбаева, Ришат Зәйнуллин, Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Айгөл Ғәбитова, Лилиә Сәйфетдинова, БДПУ-ның «Тулҡын» гәзитенең баш мөхәррире Денис Ғилманов, шәхси эшҡыуарҙар Заһир Ишкинин, Гөлнара Кускилдина үҙҙәренең тәҡдимдәре менән уртаҡлашты, күренекле артистарға һәм әҙиптәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Һөйләшеү асыҡтан-асыҡ, бик йәнле барҙы. Ижади йәштәр үҙ-ара яҡынданыраҡ танышып, киләсәккә яңы пландар ҡороп, иҫтәлеккә бергәләп фотоға төштө һәм яҡшы кәйеф менән таралышты.