Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
30май
АНТИГОНА
Яңылыҡтар

Театрҙа журналистар

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры хаҡында: “Өфөнөң йәме, халыҡтың ғәме”, - тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Сөнки театр, ысын-ысындан, халыҡтың үлемһеҙ рухына, йәшәү бейеклегенә, кеше бөйөклөгөнә дан йырлаусы илаһи бер яҡтылыҡ усағы. Театрҙың бер быуатҡа яҡын тарихы бар. Бөгөн коллектив иңендәге: халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, юғары идеяларҙы пропагандалау, әхлаҡ-тәрбиә һағында тороу, телде, мәҙәниәтте һаҡлау кеүек изге бурыстарҙы үтәй икән, әлеге фекергә өҫтәп - “Башҡорт академия драма театры: данлы үткәнебеҙ, нурлы бөгөнгөбөҙ, ғәмле иртәгәбеҙ”, - тип тә әйтә алабыҙ.

Театрҙың ижади эшмәкәрлеге менән тамашасы спектаклдәр, шулай уҡ журналистарҙың киң мәғлүмәт сараларындағы мәҡәләләре һәм төрлө тапшырыуҙары аша таныша. Бөгөнгө көндә журналистар, редакцияларҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт бүлектәре хеҙмәткәрҙәре театрҙың һәр премьера спектаклен, айырым шәхестәр ижадын, юбилей даталарын даими яҡтырта, баһа бирә килә. Йыш ҡына уларҙың абруйлы һүҙе, объектив фекере спектаклдәр хаҡында халыҡ араһында ҡыҙыҡһыныу уята.

Республикабыҙҙың мәғлүмәт саралары элек - электән Башҡорт академия драма театры эшмәкәрлегенә битараф булмаған. Улар халыҡ һәм театр араһындағы нурлы күпер кеүек. Республиканың төрлө гәзит - журналдары, радио-телевидение журналистары театрыбыҙҙың даими ҡунаҡтары.

Журналистар театрға саҡырыу билеты, журналист танытмаһы менән, йә билет алып, теләгән көндө, теләгән спектакленә килә ала. Театрҙа ҡәләм оҫталарына тәғәйен махсус ложалар бар.

Театрға рәхим итегеҙ!