Яңылыҡтар

«Театрҙар төнө» акцияһы күтәренке рухта, гөрләп уҙҙы!

26 сентябрҙә республикабыҙҙа икенсе тапҡыр ойошторолған «Театрҙар төнө» акцияһы тамашасы өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әйләнде. Йәше лә, ҡарты ла был көндө театрға ашыҡты. Баш ҡалала йәшәгән театрыбыҙҙың дуҫтары, төрлө райондарҙан килгән ҡунаҡтар был көндө тап беҙҙең, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып ултырған туған театрын һайланы.

18.00 cәғәттә театр майҙаны төрлө спектаклдәрҙән сағыу кейемдәрҙә ҡыҙыҡлы уйындар уҙғарған төрлө спектакль геройҙары менән йәмләнде. Бер аҙҙан тамашасы театр бинаһына инеп ысын мәғәнәһендә мөғжизәле һәм серле донъяға сумды: кемдер рәссам-бутафор Анатолий Жучковтың эштәрен һоҡланып ҡараһа, икенселәре фойела Екатерина II кейемендәге СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова менән фотоға төштө, ихлас аралашты, өсөнсөләре үҙенә ысын грим һалып ҡараны һ.б.

Ә теп-теүәл 19.00 сәғәттә Ҙур тамаша залында алма төшөр урын юҡ ине, сөнки унда тиҙҙән акцияның кульминацияһы – ҙур театраль тамаша башланасаҡ. Быйыл «Театрҙар төнө» акцияһы күберәк балалар өсөн әҙерләнде һәм сәхнәлә лә әкиәт геройҙарының хужа булыуы бер ҙә ғәжәп түгел.

Ҡулдарына программка тотҡан тамашасылар, концерттан һуң, Бәләкәй сәхнәлә акцияның тағы бер ҙур сараһы – «Әлифбанан бер себеш» монодрамаһы буласағын белеп, концерт бөтөр-бөтмәҫтән шунда ашыҡты... Әммә барыуҙарына унда ла баҫып торор урын булмауын күрҙе. Бына шулай шаулап-гөрләп, күтәренке рухта үтте «Театрҙар төнө» Башҡорт дәүләт академия драма театрында.