Яңылыҡтар

ТЕАТРҘЫҢ ФОЙЕҺЫНДА НАЖИӘ ЗАҺИТОВАНЫҢ КҮРГӘҘМӘҺЕ АСЫЛДЫ

М.Ғафури сисемендәге Башҡорт академия драма театрының фойеһында йәш рәссам Нажиә Заһитованың шәхси күргәҙмәһе асылды. Нажиә Заһитова сығышы менән Силәбе өлкәһенән, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәй. Ҡ.Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатын, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамалаған. «Рәсәй рәссамдары союзы» Бөтә Рәсәй ижади ижтимағи ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе ағзаһы. Республшика һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы.

Нажиә Заһитованың күргәҙмәһе декабрь аҙағына тиклем барасаҡ.