Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ТЕАТРҘЫҢ ИЖАДИ КОЛЛЕКТИВЫНЫҢ ЙӘЙГЕ ЯЛДАН ҺУҢ ТӘҮГЕ ОСРАШЫУЫ

Ҡояш иркә нурҙарын һирпеп, һыу буйына һаман әйҙәп тора, әйтерһең дә, йәй яңынан дилбегәһен үҙ ҡулына алды. Шуға ҡарамаҫтан, ялдар-каникулдар тамаланып килә. Бөгөн, йәғни 21 август М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры алды ихатаһы гөрләп торҙо. Бер-береһен һағынып өлгөргән артистар кем, нисек, ҡайҙа ял иткәнен һорашты, тәьҫораттар менән ихлас бүлеште.

Туйғансы фото төшөп алғас, туған театрҙың ҙур залында быйылғы миҙгелдең тәүге йыйылышы башланды. Унда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов ҡатнашты. Ул театр коллективына уңыштар теләне һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзиә Хисамоваға Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһын тапшырҙы.

«Уҙған театр миҙгеле ваҡиғаларға бай булды. Алдағылары ла бик сағыу булырға вәғәҙә итә. Республикабыҙҙа ҙур сараларҙы үткәреү өсөн әҙерлектәр бара. 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеү, театрҙың юбилейы һәм дә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыллыҡты билдәләү. Ә унан алда — «Туғанлыҡ» фестивален үткәреү, «Театр төнө» акцияһына ҡушылыу, миҙгелде асыу, премьералар, юбилей кисәләре һәм башҡалар тора», — тине Олег Ханов.

Театр труппаһына яңы ижади көстәр өҫтәлде. Йәштәр театрынан актриса Илгизә Ғилманова хәҙер Башҡорт театры труппаһында.

Йола буйынса, яңы 98-се ижад миҙгелен театрыбыҙҙың ағинәйе, башҡорт милли сәнғәтенең легендаһы, СССР халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкованың хәйер-фатихаһы менән асып ебәрәбеҙ: «Бына тағы ла беҙ күрештек! Быйылғы ижад миҙгеле лә, үткәне кеүек, сағыу, бай, матур булһын. Һәр берегеҙгә матур ролдәр, тулы ҡанлы спектаклдәр теләйем! Яңы ижад миҙгеленә — аҡ юл!»

Shumnov-1131 Shumnov-1117 Shumnov-1113 Shumnov-1060 Shumnov-1058 Shumnov-1000 HRB4530_ejw_1280 HRB4493_ejw_1280 HMN0267_ejw_1280 HMN0242_ejw_1280 HMN0234_ejw_1280 HRB4493_ejw_1280