Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ТЕАТР ҺӘМ “БАШҠОРТОСТАН 24” ТЕЛЕКАНАЛЫ

7 апрелдә “Башҡортостан 24” каналында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры көнө үтте. Сараны асыу тантанаһында “Ат уйнатып алдан бара…” спектакленән бейеү күрһәтелде. Телевизион һәм радиотапшырыуҙарҙа беҙҙең актерҙар ҡатнашты (Сара Буранбаева, Лилиә Ғәлина, Илдар Ғүмәров, Артур Кәбиров, Фәнис Рәхмәтов, Хөрмәтулла Үтәшев, Миңзәлә Хәйруллина, Олег Ханов, Эльвира Юнысова). Унан тыш, каналдың медиаүҙәгендә пресс-конференция үтте. Спикерҙар – театрҙың етәкселәре: директор Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин, баш режиссер Айрат Әхтәм улы Абушахманов, баш рәссам Альберт Валерьевич Нестеров, музыкаль бүлек етәксеһе Урал Мирас улы Иҙелбаев. Алып барыусы Эльвира Сафинаның төп һорауҙары яңы сыҡҡан премьераларға, карантиндан һәм реконструкциянан һуң театрҙың ижади тормошона, киләсәккә ҡуйылған пландарға, алда көтөлгән гастролдәргә һәм фестивалдәргә арналды. Медиүҙәктең залында киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре булды, улар үҙҙәренең һорауҙарын бирҙе. Журналист Лариса Шепелева («Республика Башкортостан» газетаһы) йәштәргә һәм үҫмерҙәргә тәғәйен репертуар менән ҡыҙыҡһынды, Ләйлә Аралбаева (“Башинформ”) “Бөйрәкәй” романы ҡасан сәхнәгә ҡуйыласағы, инсценировка өҫтөндә барған эштәр, уның этаптары хаҡында белеште. Ә “Киске Өфө” газетаһы журналисы Миләүшә Ҡаһарманованың көтөлмәгән “Комедияларҙы сәхнәгә ниндәй критерийҙар буйынса һайлап, сығараһығыҙ?” тигән һорауына Айрат Әхтәм улы былай тип яуап бирҙе: “Драма һәм трагедияға ҡарағанда, комедияны ҡуйыу һәр ваҡыт ауырыраҡ. Ул тик күңел асыуға йәки тик вәғәз уҡыуға ғына ҡоролған булырға тейеш түгел. Һәм бөгөнгө көндә көлкөнөң ысын асылын аңлау бик ауыр”. Пресс-конференциянан һуң, телецентр буйлап экскурсия ойошторолдо. Башҡорт телевидениеһының ветерандары – диктор Наилә Ғәләүетдинова һәм теле-, радиожурналист Ришат Миндияров гид ролен үтәне. СССР-ҙың халыҡ артисы, бөйөк башҡорт актеры иҫтәлегенә бағышлап, “Халыҡ хәтере. А.Мөбәрәков” фильмы күрһәтелде. Телесюжеттарҙы, теле-, радиотапшырыуҙарҙы https://gtrk.tv/b24 һылтанмаһы аша ҡарарға һәм тыңларға мөмкин. Шулай уҡ, театрҙың Бәйләнештә социаль селтәренә һәм Ютуб-каналына ҡуйыласаҡ.
Театр коллективы “Башҡортостан 24” каналына театрға ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдергәне һәм иғтибар күрһәткәне өсөн ысын күңелдән рәхмәтен белдерә, сәскә атыуын һәм артабан да файҙалы хеҙмәттәшлек итеүен теләй!

Театр Башк 24