Яңылыҡтар

Театр 94-се ижад миҙгелен тамамланы.

Алда йәйге гастролдәр.

94 – се миҙгел ваҡиғаларға бай булды. Уларҙың барыһы менән дә театр миҙгел ябыу кисендә тамашасы, йәмәғәтселек вәкилдәре менән ихлас уртаҡлашты, миҙгел дауамында йыл буйы һәр премьераны ҡарап барған тамашасылары, ярҙам иткән спонсорҙары һәм дуҫтарына рәхмәт әйтеп, театр майҙанында улар өсөн матур концерт ойошторҙо. Ә премьера аҙағында миҙгел дауамында иң сағыу ролдәр башҡарған таланттарҙы, төрлө цехтарҙа эшләүсе иң егәрле хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләне, сәхнәнән уларҙың исемдәрен яңғыратты. Мәҫәлән, «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклындағы (Т.Ғарипова, О.Ханов) Руслан Хайсаровтың Ҡара юрға роле миҙгелдең «Иң яҡшы ир-ат роле» тип табылды. «Уңышлы башҡарылған ҡатын - ҡыҙ роле» призы менән «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр» (Я.Пулинович, реж. А.Абушахманов) спектаклендәге Жанна роле өсөн Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Эльвира Юнысова һәм «Ғәфү ит мине!» (И.Герман, реж. О.Ханов) спектаклендә Таңһылыу роле өсөн Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева бүләкләнде. Ижади уңышҡа өлгәшкәндәре, һөнәри оҫталығы менән тамашасының һөйөүен яулағандары өсөн театрҙың Почет грамтолары менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Алһыу Ғәлина- Ғафарова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлнара Әмирова, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Артур Ҡунаҡбаев, шулай уҡ Лилиә Ғәлина, Зилиә Хәлилова бүләкләнде.

Ғөмүмән, 94- се ижад миҙгеле театрыбыҙ йылъяҙмаһына күп кенә сағыу биттәр яҙҙы. Күп эштәр эшләнгән, ә алда тағы ла күберәге. Мәҫәлән, 2-8 июнендә Ҡазанда Төрки телле театрҙарҙың III Халыҡ-ара «Нәүрүз» театр-белем биреү форум-фестивале буласаҡ. Театр әле ошо форумға әҙерләнә. Алда бихисап юбилей саралары: юбилей спектакле, баш ҡалабыҙ Мәскәүгә ҙур гастролдәр, юбилей айҡанлы китап сығарыу һ.б.

Беҙ тамашасыларҙы ихлас күңелдән тағы ла ҡыҙығыраҡ , ваҡиғаларға бай яңы миҙгелдә көтөп ҡалабыҙ!