Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Театр алдындағы майҙанда Параолимпия утын ҡабыҙыу тантанаһы

3 март Башҡорт академия драма театры алдындағы майҙанда “Сочи-2014” Параолимпия утын ҡабыҙыу сағыу тантанаһы үтте. Факел ялҡынын ҡабыҙыр алдынан тамашасыға башҡорт халҡының легендаларына һәм фольклорына нигеҙләнеп әҙерләнгән бай программа тәҡдим ителде. Унда ҡурай моңо яңғыраны, Ете ҡыҙ, боронғо башҡорт ырыуҙары тураһындағы поэтик сюжеттар, Ут стихияһы бейеүе, башҡорт халыҡ бейеүҙәре, ике метрлыҡ ҡурсаҡтар тамашасыны хайран ҡалдырҙы.