Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

Театр – дуҫлыҡ илсеһе

Күптән түгел Ҡаҙағстан Республикаһының Аҡтау ҡалаһында Урта Азия илдәренең V Халыҡ-ара театр фестивале булып үтте. Фестивалдә һигеҙ коллектив ҡатнашты. Улар: Әстрахан драма театры, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, М.Туйчи исемендәге Ҡашҡаҙар Өлкә музыкаль театры (Үзбәкстан), А.Мухаммаджанов исемендәге Хатлонск Өлкә музыкаль комедия театры (Таджикистан), В.Термечиков исемендәге Чуйск Өлкә драма театры (Ҡырғыҙстан), Астана Йәштәр театры, Н.Жанторин исемендәге Манғыстау Өлкә музыкаль драма театры, К.Куанышбаев исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия музыкаль драма театры һәм Т.Жургенов исемендәге Ҡаҙаҡ Милли сәнғәт академияһы.

Театрыбыҙ был фестивалдә «Руди-NEVER OFF...» (Р.Нуриевтың ғүмер миҙгелдәре, авторы һәм режиссеры А.Абушахманов) спектакле менән сығыш яһаны.

Фестивалде ябыу тантанаһында туғыҙ номинация буйынса еңеүселәр һәм Гран-при хужалары билдәләнде. Беҙҙең театр жюриның «Махсус призы» номинацияһына лайыҡ булды. Театр труппаһының берҙәм ҡарары менән был махсус приз спектаклдә төп ролде уйнаусы– Р.Нуриев образын башҡарыусы йәш актер Урал Әминовҡа бирелде.