Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ТЕАТР КОЛЛЕКТИВЫ ҠӨРЪӘН АШЫНА ЙЫЙЫЛДЫ

Сәғиҙулла Байегет быйыл Мәккә ҡалаһына изге сәфәргә барып ҡайтты һәм бөгөнгө сара уның тәҡдиме буйынса уҙғарылды. Яңы ижад миҙгеле алдынан, юбилей йылына аяҡ баҫҡанда, бындай изге сараның үтеүе – шәхестәребеҙҙең изге рухынан фатиха алыу һәм киләсәк тормоштоң имен булыуын теләү.

Ноғай ауылы мәсете имам-хатибы Ришат хәҙрәт Мөхәмәтуллин барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләп, аят уҡыны, киләһе ижади миҙгелдә уңыштар теләне.

Изге теләктәребеҙ ҡабул булһын!