Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Театр коллективы Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты

Бөгөн, 28 июндә, Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында Башҡорт автономияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе,бөйөк шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды. Шағирға һәйкәл ҡуйыу Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған саралар программаһы сиктәрендә планлаштырылғайны.

Бронзанан ҡойолған алты метрлыҡ Бабич һыны Зәки Вәлиди урамында, Телеүҙәк алдында тора. Уны ҡуйыу урыны осраҡлы һайланмаған, шағир үҙенең көрәштәше Зәки Вәлиди урамында өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын «ҡаршы алып» торор.

Ижади концепцияны Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәйкәле авторы булараҡ билдәле скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук тормошҡа ашырған.

Бабич һәйкәлен асыу унда ҡатнашыусылар өсөн быуындар осрашыуы булды тиергә мөмкин. Республика етәкселеге вәкилдәре, Башҡорт ҡоролтайы аҡһаҡалдары, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән бергә тантанала студенттар, әүҙем йәштәр, эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр һәм дә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы ҡатнашты.