Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ТЕАТР «МӘЖИТ ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ СПЕКТАКЛДӘРЕНЕҢ АЛТЫН ФОНДЫ» ПРОЕКТЫН АСА

Беҙҙең театр «Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
спектаклдәренең АЛТЫН ФОНДЫ» проектын аса.
(һылтанма: https://www.youtube.com/channel/UCFkrsXEgEzKkDth_rRqX2uw).
Әлеге ваҡытта театрҙың YouTube-каналында презентацион видеояҙмалар урын алған, видеоколлекция уҙған йылдарҙағы спектаклдәр менән тулылана бара. Һеҙ әлеге мәлдә түбәндәге спектаклдәрҙе ҡарай алаһығыҙ:

  • «Рәйсә+Фәйзи» (Н.Асанбаев, режиссеры – Р.Исрафилов).
  • «Ғәлиәбаныу» (М.Фәйзи, режиссеры – Р.Исрафилов).
  • «Бибинур, ах, Бибинур!..» (Ф.Бүләков, режиссеры – Р.Исрафилов).
  • «Ҡыҙыл паша» (Н.Асанбаев, режиссер – Л.Вәлиев)
  • «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..» (М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса, режиссер Р.Исрафилов).

Театрҙың YouTube-каналына түбәндәге һылтанма аша яҙылырға мөмкин: https://www.youtube.com/channel/UCFkrsXEgEzKkDth_rRqX2uw

📌 Башҡорт опера һәм балет театрының Бәләкәй сәхнәһендә спектаклдәрҙе күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ:

25 мартта,    19:00 – «Һөйәркә»

27 мартта,    19:00 – «Хыялый»

28 мартта,    12:00 – «Рөстәмдең сере»

                           18:00 – «Баллы, тирәкле балтирәк»

29 марта,      18:00 – «Әбейүшкә@эт тущка.ru»

 

📌 bashdram.ru сайтында http://bashdram.ru/tour һылтанмаһы буйынса виртуаль турға саҡырабыҙ.

 

📌 bashdram.ru сайтында түбәндәге рубрикалар урын алған:

«Бөйөк йылдарға баш эйәйек…»http://bashdram.ru/poklonimsya-velikim-tem-godam. Был рубрикала беҙҙең театр хеҙмәткәрҙәренең  Бөйөк Еңеү килтергән туғандарының иҫәтлектәре баҫылған.

«Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…»http://bashdram.ru/pomnim-pochitaem — донъянан киткән актерҙар һәм Театр эшмәкәрҙәре тураһында.

 

📍📍📍

Дөйөм белем биреү учреждениеларында иғлан ителгән карантин ваҡытында мәктәп уҡыусылары өсөн театр тәҡдим итә:

Театрҙың YouTube-каналында мәктәп программаһы әҫәрҙәре буйынса балалар өсөн ҡуйылған спектаклдәр архивы — https://www.youtube.com/channel/UCFkrsXEgEzKkDth_rRqX2uw.

Улар араһында: «Серле көршәк» (З.Биишева әҫәре буйынса), «Алтын асҡыс-Remake» (А.Толстой), «Маугли» (Р.Киплинг), «Белмәҫйән мажаралары» (Н.Носов), «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» (А.Волков) һәм башҡалар.

 

  • Театр цехтары хеҙмәткәрҙәре үткәргән ижади мастер-класстар (видеодәрестәр) — https://www.youtube.com/channel/UCFkrsXEgEzKkDth_rRqX2uw)
  • «Һүрәт төшөрөргә өйрәнәйек!». Рәссам Рита Ғәзизова портрет, натюрморт һәм пейзаж яһау серҙәре менән таныштырасаҡ.
  • «Косплей» тураһында». Крафтер Василий Шаров косплей, анимэ, крафт тураһында һөйләйәсәк, атрибутика (беләҙек, шлем һ.б.) яһауҙың ябай алымдарына өйрәтәсәк.
  • «Афишаны бергә эшләйбеҙ». Дизайнер Ирина Пилявцева компьютерҙа дизайн-программаларҙа эшләүҙең төп алымдарын һөйләйәсәк һәм күрһәтәсәк.
  • «Бутафорҙар бар нәмәгә һәләтле!» Театрҙың бутафор цехы хеҙмәткәрҙәре папье-маше, декоратив вазалар, төрлө көнкүреш предметтары һәм фетрҙан мәктәп кәрәк-яраҡтары, ҡағыҙҙан ҙур күләмле сәскәләр эшләргә, пластилиндан һындар әүәләргә өйрәтәсәктәр.

— «Спектаклдең биҙәге — декорация». Художество-декорация цехы хеҙмәткәрҙәре акрил буяуҙар менән эшләргә һәм макеттар яһарға өйрәтәсәк.

  • «Грим йөҙҙө үҙгәртә». Грим цехы етәксеһе Нәркәс Баязитова грим һәм макияж һалырға өйрәтә.

📍📍📍

Театрҙың YouTube-каналына түбәндәге һылтанма буйынса яҙылырға мөмкин: https://www.youtube.com/channel/UCFkrsXEgEzKkDth_rRqX2uw театрҙың рәсми сайты: http://bashdram.ru/

🎭🎭🎭

Яңылыҡтарҙы bashdram.ru сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә күҙәтеп барығыҙ!

Беҙҙең төркөмдәргә һылтанмалар:

Вконтактеhttps://vk.com/bashdram,

Facebookhttps://www.facebook.com/bashdrama/,

Instagramhttps://www.instagram.com/bashdram/.

Һеҙҙең #bashdram