Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Театр менән уртаҡ яҙмыш…

20 октябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, яҙыусы Мостай Кәримдең тыуыуына 96 йыл тулыр ине. Ошоға арнап 21 октябрҙә  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Ай тотолған төндә» трагедияһы күрһәтеләсәк.

— Беҙ театр менән бер йылда тыуғанбыҙ – 1919 йыл – яҙмышыбыҙ ҙа уртаҡ беҙҙең, — тип яҙа Мостай Кәрим. Драматург булараҡ Мостай Кәрим тап Башҡорт академия драма театрында танылды. Уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр театрыбыҙ тарихының биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Башҡорт академия театры «Ай тотолған төндә» трагедияһы ҡуйылышына ҡабат-ҡабат мөрәжәғәт итте. Беренсе тапҡыр пьеса Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә режиссер Шәүрә Мортазина тарафынан 1964 йылда ҡуйыла һәм шунда уҡ республиканың мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиғаға әйләнә. Ул саҡта спектаклдә төп ролде СССР-ҙың халыҡ артисы Зәйтүнә Бикбулатова башҡара. Уға, яҙыусыға һәм картина тыуҙырыусыға: режиссер Шәүрә Мортазинаға һәм рәссам Ғәлиә Имашеваға Константин Станиславский исемендәге РСФСР-ҙың Дәүләт премияһы бирелә. 1974 йылда спектакль РФ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рифҡәт Исрафилов менән кире ҡайтарыла. Трагедияның үҙ версияһын режиссер сәхнәгә 1992 йылда сығара. Төп ролдәрҙе ул саҡта Гөлли Мөбәрәкова, Таңсулпан Бабичева, Хөрмәтулла Үтәшев, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Шамил Рәхмәтуллин, Заһир Вәлитов уйнай.

Хәҙер Мостай Кәрим әҫәренә дүртенсе актерҙар быуыны мөрәжәғәт итә. 2011 йылда яңы аңлатманы сәхнәлә режиссер-ҡуйыусы, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов бойомға ашыра. Заманса спектаклдә төп ролдәрҙе башҡаралар: БР халыҡ артистары Сара Буранбаева, Алмаз Әмиров, шулай уҡ Урал Әминев, Руслан Хайсаров, Милена Сираева, Лилиә Ғәлинә һәм башҡалар башҡара.