Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«ТЕАТР ТӨНӨ»НДӘ ТЕЛӘГӘН КЕШЕ ХАЛЫҠ АРТИСЫ БУЛА АЛА

Ғүмер буйы йондоҙ булырға теләй инегеҙме? Ҙур сәхнәлә ысын артистар менән бергә сығыш яһарға хыялланаһығыҙмы? Шикләнеүҙәр юҡҡа сыҡһын! Тимәк, был мәғлүмәт тап һеҙҙең өсөн!

19 сентябрҙә, «Театр төнө» Республика мәҙәни акцияһы сиктәрендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ҙур, сағыу, күркәм театрлаштырылған шоу программаһы әҙерләй. Унда Башҡорт академия театры артистары менән бергә һеҙ ҙә сығыш яһай алаһығыҙ!

Бының өсөн үҙегеҙҙең таланттарығыҙҙы видеоға төшөрөп gafury_lit@mail.ru (темала ТАЛАНТ һүҙен яҙырға) йә https://vk.com/event152688973 төркөмөнөң админдарына хат, шулай уҡ 8-917-491-10-77 номерына вотсап буйынса ебәрергә кәрәк!

Йәһәтерәк, таланттар! Йондоҙло сәғәтегеҙҙе ҡулдан ысҡындырмағыҙ!