Яңылыҡтар

Театр Халыҡ-ара туған тел көнө форумында

Туған тел
Миңәме ни һине оноторға!
Туған телем, әсә һөтөләй,
Сафлыҡ бирҙең миңә, ҡеүәт бирҙең,
Ҡуша үҫтең йөрәк итемә.
Әйҙә юлдар алыҫ алып китһен,
Мин барыбер тыуған илемдә.
Тыуған илгә булған һөйөүемде
Әйтермен тик туған телемдә!
Рәшит Назаров

 

Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда 2014 - Мәҙәниәт йылына арнап ойошторолған сараларҙың береһе 21 февралдә үтте. Ул көндө Башҡортостан Президенты янындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Халыҡ-ара туған тел көнө сиктәрендә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары ҡатнашлығында «Мин башҡорт телен яратам!» тигән мәҙәни форумы булды.Форум программаһында башҡорт мәҙәниәте һәм театры, башҡорт теле темаһына студенттар менән әңгәмә алып барылды. Тамашасы менән бындай осрашыуҙар бик мөһим. Форум асыҡ, тура диалог формаһынан мәҙәниәт, тел, традициялар, сәнғәт тураһында ихлас әңгәмә, фекер алышыуға әйләнде. Был сарала Башҡорт академия драма театры артистары: Гөлли Мөбәрәкова, Суфия Ҡорбанғәлиева, Гөлмирә Исмәғилева, Артур Ҡунаҡбаев ҡатнашты.

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы студенттарға мәҙәниәтебеҙҙең, туған телебеҙҙең һаҡлаусыһы - башҡорт театрының тарихы менән таныштырҙы. Ул башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы, ихлас күңеллелеге, батырлығы, тарихтан ҡыҙыҡ ваҡиға тураһында ла мауыҡтырғыс һөйләне. Һүҙ оҫтаһы Суфия Шәрәфулла ҡыҙы бик әүҙем диалог алып барҙы, Рәшит Назаровтың «Йөрәк» шиғырын уҡып, башҡорт телен белмәгән тыңлаусыларҙың был шиғырҙың мәғәнәһен улар нисек аңлағанын да һораны. Тел бит ул аңда ғына түгел, ә йөрәктә лә.

Йәш артистарҙы - Артур Ҡунаҡбаевты һәм Гөлмирә Исмәғилеваны тамашасы бик яҡын, үҙҙәренең тиңдәштәре итеп күрҙе, уларға ҡыҙыҡ һорауҙар бирҙе. Г. Исмәғилева Рәми Ғариповтың «Башҡортостан» шиғырын уҡыны.

Студенттар ҙа ихлас күңелдән форумға әҙерләнеп килгән, улар туған телгә арналған шиғырҙар, йырҙар башҡарҙы.

Ниндәй генә тел булмаһын – башҡорт, рус, татар, сыуаш һ.б. - туған телде белгән кеше – бәхетле, тәүфиҡлы кеше, тигән дөйөм уй-фекергә килделәр форумда ҡатнашыусылар.

Осрашыу бик йылы рәүештә үтте. Артабан да ошоға оҡшаш ижади проекттар ойоштороу тураһында һүҙ барҙы.