Яңылыҡтар

Театрыбыҙҙа Валерия Устинованың «Эшлекле аралашыуҙарҙа лидерҙың йәшерен ресурстары» тренингы үтте.

Устинова Валерия Альбертовна - "Диалог донъяһы " Коммуникация үҙәгенең генераль директоры, Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы һәм «Organisation Development» Халыҡ-ара институты ағзаһы. MBA программаларында Executive MBA Финанс менежменты ( РФ Хөкүмәтенең Халыҡ хужалығы академияһы) Юғары мәктәбендә махсус курстар алып бара.

Ул идара итеү консалтингы һәм театраль педагогика өлкәһендәге унар йыллыҡ тәжрибә нигеҙендә Имидж – менеджмент буйынса бизнес – тренингтың эффектлы системаһын барлыҡҡа килтергән белгес.

Тренингты ойоштороусы – Өфөнөң «Башкирская генерирующая компания»һы. Программа сиктәрендә Валерия Устинова театрҙың йәш артистары менән «Тауыш ҡуйыу һәм телмәр техникаһы» тренингын уҙғарҙы.

Валерия Альбертовна әйтеүенсә, тауыш ул шундай байлыҡ, уның менән файҙаланыу һәм идара итеү өсөн өйрәнергә лә өйрәнергә кәрәк. Сәхнә теле буйынса телмәр тренингы -телмәрҙе камиллаштырыу технологияһы, тын алышты көйләү, тауыш һәм кәүҙә көсөргәнешлегенән арыныу өлкәһендә күнегеүҙәр, психотехника дәрестәренең уникаль комплексы. Тауыш ҡуйыу-тауыш резонаторҙарының бөтә осраҡтарҙа ла тигеҙ, төрлө режимдарҙа берҙәй асылыуы, тауыш һәм телмәр ярҙамында кешегә йәки тотош аудиторияға йоғонто яһауға өлгәшеү.