Яңылыҡтар

Театрыбыҙ ҡунағы — Фолькер Ронге — Рәсәй һәм Европа юғары уҡыу йорттарының почетлы профессоры

Ошо көндәрҙә театрға Берг (Төнъяҡ Рейн-Вестфалия, Вупперталь ҡалаһы) университеты профессоры Фолькер Ронге килде. Ғалим Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡортостан Президенты янындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының почетлы профессоры, шуға ла Өфөлә йыш була. Әйткәндәй, Фолькер Ронге әфәнде бөгөнгө көндә Европаның һәм Рәсәйҙең башҡа уҡыу йорттарының почетлы профессоры ла. Был юлы ул М.Ғафури ис. БДАДТ-да «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклын ҡараны. Спектакль Башҡортостан Республикаһы Президенты гранты ярҙамында ҡуйылыуы – хөкүмәттең сәнғәткә ҡарата иғтибары профессорҙы хайран ҡалдырҙы.

Фолькер Ронге социология, йәмғиәт үҫеше, реклама, йәмәғәт ойошмаларыны бер-береһе менән бәйләнеш мәсьәләләрен өйрәнә, сәйәсәт менән менән дә ҡыҙыҡһына. Төрлө телдәрҙә лекциялар уҡый. Донъя халыҡтарының фольклорын өйрәнеү ҙә ят түгел уға. Шуға күрә, спектаклдең сюжетын башҡа халыҡтарҙың ауыҙ- тел ижады өлгөләре менән сағыштырып, мюзиклды бик ҡыҙыҡһынып ҡараны. Боронғо легенданы йәштәрҙең ихлас ҡабул итеүенә, спектаклдең сағыу, мауыҡтырғыс ҡуйылышына һоҡланды. Ғалим әйтеүенсә, Өфө үҙенә генә хас мәҙәниәтле ҡала, бында эшләүе, кешеләр менән аралашыуы бик уңайлы. Өфө, Башҡорт академия драма театры уға бик оҡшай. Профессор, театрға тағы ла килергә теләген белдереп, ихлас хушлашыу менән генә сикләнмәне – республикабыҙҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт үҙенсәлектәрен, айырыуса, театрыбыҙҙың бөгөнгө көндәге көнкүрешенен өйрәнеү һәм үҫтереү маҡсаттары менән ғилми анализлау өҫтөндә эш алып барыу теләген белдерҙе.