Яңылыҡтар

ТЕАТРЫБЫҘ «КОЛЯДА-PLAYS» ХII ХАЛЫҠ-АРА ТЕАТР ФЕСТИВАЛЕНӘ ЮЛЛАНА

9 ноябрь, театрыбыҙҙың Ангиза Ишбулдина пьесаһы буйынса ҡуйылған «Баллы, тирәкле Балтирәк» спектакле «КОЛЯДА-PLAYS» ХII Халыҡ-ара театр фестиваленә юллана. Спектаклдең режиссеры – Алмас Әмиров.
Фестиваль ноябрҙең 5-нән 15-нә тиклем Екатеринбург ҡалаһында уҙғарыла. Быйылғы фестиваль афишаһында - утыҙ ете сәхнә әҫәре. Башҡорт академия драма театры Екатеринбургтың «Щелкунчик» балет театрында 10 ноябрь көнө сығыш яһаясаҡ.
Уңыштар, алҡыштар һеҙгә!

PS. Беҙҙең театр 2016 йылда «КОЛЯДА-PLAYS» Х Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашты. Актер Руслан Хайсаров йәш драматург Ярослава Пулиновичтың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр» спектаклендәге Альберт роле өсөн «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында еңеүсе булды.
Шулай уҡ, 2017 йылда «КОЛЯДА-PLAYS» ХI Халыҡ-ара театр фестивалендә «Хыялға ҡаршы» спектаклен күрһәттек. Илсур Ҡаҙаҡбаев «Иң яҡшы режиссер эше» номинацияһында призға лайыҡ булды.