Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ТЕЛ  ҺӘМ ТЕАТР БЕРЛӘШТЕРӘ

ҠӘҘЕРЛЕ ТАМАШАСЫЛАР, УҠЫУСЫЛАР, ТЫҢЛАУСЫЛАР!

Тәржемәүи әҫәрҙәргә арналған Театр һәм тел берләштерә” исемле яңы әҙәби онлайн-проект башлауыбыҙ тураһында һөйөнсөләйбеҙ! Проекттың авторы һәм кураторы – Азалия Балгазина. Проект өҫтөндә эшләүселәр: мөхәррирҙәр Алһыу Ғәлләмова, Ангелина Лоҡманова, видеооператор Руслан Юлтаев, дизайнер Василий Шаров.

Тәжрибәле һәм яңы башлаусы авторҙар Лилия Ҡәйепова, Әминә Яхина, Гөлфирә Вәлиева, Алһыу Ғәлләмова, Гөлсәсәк Мостаева, Рита Стеничкина, Гөлфиә Шәрипова һ.б. үҙҙәренең эштәрен тәҡдим итәсәк. Әҫәрҙәр менән театр артистары, саҡырылған ҡатнашыусылар һәм тәржемә авторҙары үҙҙәре лә таныштырасаҡ. Төрөк яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты – Орхан Памук, заманса рус яҙыусыһы, музыкаль журналист, күптән түгел донъя күргән “Спасти Цоя” китабының авторы Александр Долгов (арт. Руслан Хайсаров);  Рәсәй актрисаһы Сулпан Хаматова һәм журналист Катерина Гордееваның “Время колоть лед” (арт. Лилиә Ғәлина, Гөлназ Хайсарова) әҫәрҙәренән өҙөктәр, шулай уҡ әзербайжан, татар, ҡаҙаҡ, үзбәк авторҙары пьесалары тәүге тапҡыр башҡорт телендә яңғыраясаҡ.

Башҡортостанда тыуған күренекле шәхестәр, яҡташтарыбыҙ  — бөйөк рус яҙыусыһы Сергей Аксаков, яҙыусы-сәйәхәтсе Камиль Йыһаншин, билдәле спортсы Ғабдрахман Ҡадыров, беллетрист Ринат Вәлиуллиндың һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре өлөшләтә тәржемә ителәсәк. Проект сиктәрендә “Тәржемә сәнғәте” исемле мастер-класс үтәсәк (спикерҙар: Динара Ҡәйүмова, Зөһрә Бураҡаева, Лилиә Ҡәйепова, Миңзиә Рәхмәтуллина). Яҙмалар аудио, йәки видеоформатта Бәйләнештә һәм Инстаграм социаль селтәрендәге театрҙың официаль төркөмөндә урын аласаҡ.

Проекттың тәүге ҡатнашыусыһы – тәржемәсе Гөлсәсәк Мостаева. Ул Ҡаҙағстандың билдәле йәш драматургы Айнур Кәримдең “Паспорт” пьесаһын тәржемә итте. Пьесаны башҡорт телендә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева уҡыны, урыҫ телендә Айнур Кәрим үҙе уҡыны (аудио һәм видеояҙмалар Бәйләнештә селтәрендә, театрҙың төркөмөндә).

Авторҙарҙы һәм тәржемәселәрҙе проектта ҡатнашырға саҡырабыҙ!*

*Проект таныштырыу һәм өйрәнеү йәһәтенән ойошторолған, авторҙарға һәм ҡатнашыусыларға гонорар түләү ҡаралмаған.