Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ТИҘҘӘН ПРЕМЬЕРА — ПРОМЕТЕЙ!

20 һәм 21 апрель М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә яңы спектакль. Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” пьесаһы буйынса “Прометей” спектакле. Спектаклдә «Салауат» трагедияһы, «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» повесы, «Диктаторға ат бирегеҙ!» комедияһы һәм «Мин был донъяла аҙаштым, буғай!» шиғырынан өҙөктәр ҡулланыла.

Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев.

«Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы - «Ай тотолған төндә», «Салауат» трагедиялары менән берлектәге трилогияның аҙаҡҡы әҫәре.

Уларҙы бер идея берләштерә - кешенең азат ителеүе, рухи иреклек алыуы.

Тик азатлыҡтың хаҡы ла, баһаһы ла юғары, ул ҡорбан талап итә: алмашына үҙ иркеңде, дәрәжәңде, бәхетеңде бирергә тура килә.