Яңылыҡтар

Труппаға йәш көстәр

З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры өсөн уҡытылған махсус курсы студенттары быйыл уҡыуҙарын тамамлап эш башланы. Араларынан 4 егет һәм 1 ҡыҙ беҙҙең труппаға ҡабул ителде. Улар: Алмас Йосопов (Күгәрсен р-н), Айҙар Шәмсетдинов (Хәйбулла р-н), Морат Рафиҡов (Өфө ҡалаһы), Азат Вәлитов (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Гөлназ Ғөбәйҙуллина (Баймаҡ р-н).

Профессиональ сәхнәгә яңы аяҡ баҫҡан йәш актерҙарҙың тулҡынландырғыс миҙгеле, хыялдарының тормошҡа ашҡан илаһи мәлдәре.

Киләсәктә уларҙың һәр ҡайһыһына ижади уңыштар, һүнмәҫ дәрт, илһамлы тормош һәм бик күп ҡыҙыҡлы ролдәр теләйбеҙ. Аҡ юл һеҙгә, йәш дуҫтар!

Ә йәштәребеҙ үҙҙәре ниндәй уй-хистәр кисерә һуң был мәлдәрҙә?!

Айҙар Шәмсетдинов: Абруйлы театр труппаһы ағзаһы булараҡ тәүге көнөң нисек үтте?

-Бик яҡшы. Беренсе көндө эшкә 40 минут алдан килдем. Тулҡынландым, әлбиттә, шул уҡ ваҡытта ҡурҡыу тойғоһо ла бар ине. Репетициялар башланды. Барыһы ла яҡшы. «Ҡара йөҙҙәр» драмаһында Ғәйфулла ролен бирҙеләр...

Морат Рафиkов: Коллективта һине нисек ҡабул иттеләр?

-Бик йылы ҡабул иттеләр. Тәжрибәле, бик күп йылдар ошо театрҙа эшләгән актерҙар менән коллега булып китеүемә хатта ышанмайым да. Уларҙың һәр береһе талант, һайлаған һөнәрҙәренә ғашиҡ шәхестәр.

Алмас Йосопов: Театрҙа эшләгән актерҙарҙан кемгә оҡшарға теләр инең?

-Бик күп йылдар театрҙа эшләп, ҙур тәжрибә туплаған, күркәм образдар ижад итеп, рухи донъябыҙҙы үҫтереүгә ҙур хеҙмәт һалған шәхестәребеҙҙең береһе – Әхтәм Абушахмановты үҙемә өлгө итеп ҡуям.

Азат Вәлитов: Киләсәктә ниндәй ролдәр хаҡында хыялланаһың?

-«Мулла» спектаклендә мулла образын уйнап ҡарағым килә. Хыялым – киләсәктә алдыма ҡуйған маҡсаттарға ирешер өсөн тырышып эшләргә, дәртләнеп, яңы көс менән ижад итергә.

Ә ҡайҙа Гөлназ һылыу, тип һорар кемдер. Ә ул баш - көллө эшкә сумған, хатта ошо бәләкәй генә интервью өсөн дә ваҡыты табылманы.

Тағы ла бер тапҡыр уңыштар, ижад шатлыҡтары, хәйерле юл һеҙгә!

SHR_0520