Яңылыҡтар

Труппаның йәйге ялы тамам

11 августта театр труппаһы йәйге ялдан һуң эш башланы. Театрҙың 95 йыллыҡ юбилей миҙгеленең ваҡиғаларға бай булыуы, алда торған ижади пландарҙың күплеге, эштәрҙең мөһимлеге коллективтың быйылғы миҙгелдәге тәүге йыйылышында уҡ айырым асыҡ билдәләнде. Репетициялар, яңы спектаклдәр өҫтөндә эш тәүге көндән үк башланды.

Йәйге ялдан һуң яңы дәрт һәм илһам менән башланған ижад йылы тамашасылар өсөн дә, театр коллективы өсөн дә бик мауыҡтырғыс булмаҡсы.

Мәғлүмәттәр – артабанғы биттәрҙә тулыраҡ сағылыш табыр.