Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Туған халҡының лайыҡлы ҡыҙы

19 октябрь — билдәле шағирә, тәржемәсе, уҡытыусы, актив йәмәғәтсе Рәсимә Ураҡсинаның тыуған көнө, уға быйыл 65 йәш тулған булыр ине. Театрҙа ошо уңайҙан Рәсимә Миңлебулат ҡыҙының хәтер кисәһе әҙерләнә. Рәсимә Ураҡсина 2002 йылда театрыбыҙ өсөн Мәскәүгә М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһына уҡытырға ебәрелгән махсус курстың етәксеһе ине. Студенттар менән 5 йыл буйы баш ҡалала йәшәп уларҙың уҡытыусыһы ғына түгел, ә туған телгә, туған илгә, республикаға һөйөү тәрбиәләүсе, уларҙы шәхес итеп үҫтереүсе лә булды. 19 октябрҙәге хәтер кисәһен ойоштороусылар ҙа тап щепкинсылар. Шуны ла әйтергә кәрәк, щепкинсылар әлеге мәлдә көндән — көн яңы ижад үрҙәре яулай.
Рәсимә Миңлебулат ҡыҙының ваҡытһыҙ донъянан китеүенә күңел һаман ышанмай һәм уны беҙ бик юҡһынабыҙ. Беҙ генә түгел, күп һанлы әҙәбиәт һөйөүселәр, йәмәғәтселек вәкилдәре. Мәҫәлән, уның 65 йәшенә арнап З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте шағирәнең « Тыуған ерем — торған ерем» тигән йыйынтығын әҙерләй.
Кисәлә республикабыҙҙың әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре, М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын 2007 йылда тамамлап башҡа театрҙарҙа эшләгән уҡыусылары ла ҡатнаша. Шағирәнең һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ. Кисәнең авторы, яҡташы, шағирә Лариса Абдуллина. Режиссеры — Илсур Ҡаҙаҡбаев. Кисә 19 октябрҙә театрҙың Бәләкәй залында 19.00 сәғәттә башлана. Шиғриәт һәм моң кисәһенә рәхим итегеҙ, дуҫтар!

hi7cm8yvboc

7fl8otehk20