Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ»: Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театры (Татарстан)

23 майҙан 30 майға тиклем республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Афишала – Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Алтай һәм Ғағауз республикаларынан 13 спектакль.
Фестивалдә ҡатнашыусы коллективтар менән таныштырабыҙ.

 

ҒӘЛИӘСКӘР КАМАЛ ИСЕМЕНДӘГЕ ТАТАР ДӘҮЛӘТ АКАДЕМИЯ ТЕАТРЫ «Тормошмо был?..» спектаклен күрһәтә.

М.Ғафури ис. БАДТ сәхнәһендә 24 майҙа 19:00 сәғәттә башлана.

 

СПЕКТАКЛЬ АВТОРҘАРЫ:

Режиссеры, инценировҡа авторы – Айҙар ЗАББАРОВ

Рәссам – Булат ИБРАҒИМОВ

Рәссам-яҡтыртыусы – Ольга ОКУЛОВА

 

СПЕКТАКЛЬ ТУРАҺЫНДА:

Режиссер Айҙар Заббаровтың диплом эше – Ғаяз Исхаҡи әҫәрҙәре нигеҙендә ҡуйылған «Тормошмо был?..» спектакле – тамашасыларҙың ғына түгел, тәнҡитселәрҙең дә иғтибарын яулаған сәхнә әҫәре: ул «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театраль премия-фестиваленә алты номинацияла дәғүә итте.

 

 

 

 

ТЕАТР ТУРАҺЫНДА:

1906 йылдың 22-се декабрендә тыуған Татар театры бөгөнгө көндә Рәсәйҙә танылған театрҙарҙың береһе иҫәбенә ингән. Алтмыштан ашыу артистан торған көслө ижади коллективты бөгөн баш режиссер Фәрит Бикчәнтәев етәкләй. Камал театры ижади проекттар ойоштороу йәһәтенән әүҙем эшләй: Ҡазанда даими рәүештә төрки халыҡтарының «Нәүрүз» Халыҡ-ара театр фестивале,  халыҡ-ара «Һөнәр» («Ремесло»)  йәш режиссура фестивале һәм «Яңы татар пьесаһы» конкурсы үтә. Уйланылған, юғары художестволы репертуар, маһир ижадсылар, заманса режиссура һәм сценография, төрлө жанрҙағы сәхнә әҫәрҙәре – былар барыһы ла татар театрын туған республикаһында ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә танытты.

 

Тулыраҡ мәғлүмәт бында.