Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ»: Ҡырым Республикаһының Ҡырым татарҙары академия музыкаль-драма театры (Ҡырым)

23 майҙан 30 майға тиклем республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Афишала – Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Алтай һәм Ғағауз республикаларынан 13 спектакль.
Фестивалдә ҡатнашыусы коллективтар менән таныштырабыҙ.

ҠЫРЫМ РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ҠЫРЫМ ТАТАРҘАРЫ АКАДЕМИЯ МУЗЫКАЛЬ-ДРАМА ТЕАТРЫ «ӨЙЛӘНЕҮ» («ЖЕНИТЬБА», Н.Гоголь) спектаклен күрһәтә.

 

М.Ғафури ис. БАДТ сәхнәһендә 25 майҙа 19:00 сәғәттә башлана

 

СПЕКТАКЛЬ АВТОРҘАРЫ:

Ҡуйыусы-режиссер – Заслуженный деятель искусств России, Украины, Автономной республики Крым России Владимир МАГАР

Рәссам – И. САЙКОВСКАЯ

 

СПЕКТАКЛЬ ТУРАҺЫНДА:

«Өйләнеү» спектаклендә ысынбарлыҡ менән хыял һәм төш буталған фантастик тарих. Әкәмәтле лә, ғәжәйеп тә булған хәл-ваҡиғалар көтөлмәгәнсә тамамлана. Н.В.Гоголдең киң билдәле пьесаһын театр үҙенсә «һөйләп бирә».

 

 

 

 

 

ТЕАТР ТУРАҺЫНДА:

Төрлө илдәргә-ҡитғаларға таралған ҡырым татарҙарының берҙән-бер театры булып иҫәпләнгән Ҡырым татарҙары академия музыкаль-драма театры үҙенең тарихын 1901 йылда театр бинаһы асылғандан алып иҫәпләй башлаһа ла, әммә театрҙарының барлыҡҡа килеүен XIV-XV быуаттарға алып барып тоташтыра. Театр йылъяҙмаһындағы 1922-се йылдан 1937-се йылға тиклем осорҙо «ҡырым татарҙары ренессансы осоро» тип атаһалар, 1944-се йылдан иһә халыҡ яҙмышы ижади коллективҡа ла ҡағыла – театр эшен туҡтата. Ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыттан һуң ғына ҡырым татарҙары үҙенең рухи ҡиблаһын асыуға өлгәшә – Театр 1989 йылда яңынан халыҡҡа ҡайтарыла. Һуңғы утыҙ йыл эсендә 200-ҙән ашыу сәхнә әҫәре донъя күрә, театр ҙа ижади мөхиттә урынын таба.

 

 

 

 

Тулыраҡ мәғлүмәт бында.