Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ». 1-СЕ КӨН

Бөгөн Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VI Халыҡ- ара фестивале асылды.

Йола буйынса, сара милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланып китте. Унда Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, министр урынбаҫары Шамил Абдраҡов, Өфө ҡала Хаҡимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, фестивалдең директоры Олег Ханов һәм жюри, театр тәнҡитселәре, ҡунаҡтар ҡатнашты. Унан һуң Театр урамы буйлап барлыҡ ҡунаҡтар  милли кейемдәрҙә парадҡа йыйылды. Ә сәхнәнән уларҙы 7 ырыу батырҙары фестивалдә ҡатнашҡан театрҙарҙың туған телендә сәләмләне.

«Бөгөн беҙҙен республикабыҙ тағы ла ошо күркәм байрамды ҡаршы ала. Был фестивалдең исемен дә тәржемәләргә кәрәк түгел – туғанлыҡ хисе менән дуҫлыҡҡа ни етә. Башҡортостан Республикаһың Башлығы һәм Респбулика хөкүмәте исеменән барлыҡ дуҫтарыбыҙҙы, театр коллективтарын, беҙҙең Башҡортостаныбыҙға «Туғанлыҡ» фестиваленә килгәндәре өсөн ҡотлайбыҙ» — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.

Артабан концерт программаһын Әбйәлил ағинәйҙәре, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, йырсы Әлфиә Ниғмәтуллина, «Йатаған»  һәм «Зәйнетдин» төркөмдәре  дауам итте. Фестиваль спектаклдәренең исемелеген Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Жан Ануйҙың «Антигона» спектакле менән асып ебәрҙе.

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VI Халыҡ-ара фестивале 1991 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы башланғысы менән Өфө ҡалаһында төрки донъяһы илдәре һәм республикаларының тарих, мәҙәниәт һәм тел оҡшашлығына нигеҙләнгән юғары театр мәҙәниәтен берләштергән, туғандарса мөнәсәбәттәрҙе һәм дуҫлыҡты һаҡлауға йүнәлтелгән сағыу, әһәмиәтле сәнғәт байрамы булараҡ ойошторола. Фестивалдең төп маҡсаты булып төрлө республикалар театрҙарының даими тәжрибә уртаҡлашыуҙағы мөмкинлектәрен арттырыу, коллективтарға үҙҙәрен оло театр донъяһының лайыҡлы ағзаһы, «туғандарса ҙур ижади ҡорҙоң» бер вәкиле итеп тойорға мөмкинлек биреү тора.

Ойоштороусылар билдәләп китеүенсә, был байрамдың театр сәнғәте йылъяҙамаһында ижади эҙләнеүҙәр, сәмле ярыш, яңы ҡаҙаныштар һәм уңыштар менән уртаҡлашыу, ысын мәғәнәһендә театр байрамы булып уйылып ҡаласаҡ.

Ҡәҙерле тамашасылар, Өфө ҡунаҡтары! Баш ҡала театрҙары сәхнәләрендә аҙна дауамында барасаҡ (7-14 сентябрь) иң мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, заманса спектаклдәрҙе күреп ҡалырға ашығығыҙ!

Олег Яровиков фотоһы

 

GBR_6526 GBR_6528 GBR_6540 GBR_6543 GBR_6561 GBR_6577 GBR_6582 GBR_6590 GBR_6594 GBR_6598 GBR_6609 GBR_6612 GBR_6618 GBR_6621 GBR_6634 GBR_6636 GBR_6655 GBR_6664 GBR_6677 GBR_6693_cr GBR_6695_cr GBR_6700 GBR_6705 GBR_6715 GBR_6717 GBR_6733 GBR_6749 GBR_6767 GBR_6771 GBR_6783_cr GBR_6789_cr GBR_6792 GBR_6798 GBR_6804 GBR_6820