Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ». 2-СЕ КӨН

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестиваленең икенсе көнө «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц., реж. — А.Абушахманов) спектакле буйынса фекер алышыу менән башланып китте. Ул «Урал Тау» («Атола») ҡунаҡханаһының конференц-залында уҙҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театры спектаклен эксперт советы рәйесе Борис Морозов (Мәскәү), советтың ағзалары – Андрей Ястребов (Мәскәү), Сәниә Ҡабдиева (Ҡаҙағстан), Татьяна Джурова (Санкт-Петербург), Нияз Игламов (Татарстан), Галина Вербицкая (Өфө) фекер алыштылар. Тулыраҡ мәғлүмәт бында.

14:00 сәғәттә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Төрки телле театрҙар һәм мәҙәниәттәр диалогы» Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы (ссылка бында). Һәм ошо ваҡытта ла Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Бәләкәй залында эксперт советы рәйесе – Рәсәй Армияһы театрының художество етәксеһе, режиссер, театр педагогы, актер, халыҡ артисы Борис Морозов менән ижади осрашыу үтте (ссылка бында).

Кис көнө сәғәт етелә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәғнәһендә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театры «Тормошмо был?..» спектаклен күрһәтте. «Тормошмо был?..» — режиссер Айҙар Заббаровтың диплом эше – Ғаяз Исхаҡи әҫәрҙәре нигеҙендә ҡуйылған «Тормошмо был?..» спектакле – тамашасыларҙың ғына түгел, тәнҡитселәрҙең дә иғтибарын яулаған сәхнә әҫәре: ул «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театраль премия-фестиваленә алты номинацияла дәғүә итте.