Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ». 4-СЕ КӨН

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестиваленең дүртенсе көнө уҙҙы. Иртән «Урал Тау» («Атола») ҡунаҡханаһы конференц-залында эксперт советы рәйесе Борис Морозов (Мәскәү), советтың ағзалары  – Андрей Ястребов (Мәскәү), Сәниә Ҡабдиева (Ҡаҙағстан), Татьяна Джурова (Санкт-Петербург), Ольга Егошина (Мәскәү), Нияз Игламов (Татарстан), Галина Вербицкая (Өфө), Хөрмәтулла Үтәшев (Өфө), өс спектаклгә фекер алыштылар.

Кисен, 19:00 сәғәттә, «Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәһендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе Мостай Кәрим әҫәре буйынса «Өс таған» спектаклен күрһәтте. «Өс таған»  спектаклен Башҡортостанда тыуып үҫкән йәш Мәскәү режиссеры Антон Федоров ҡуйған.

22:00 сәғәттә М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә конкурстан тыш Салауат дәүләт башҡорт драма театрының «Бер, ике, өс…» («Беруши») спектакле үтте. Ҡуйыусы-режиссер – Илсур Ҡаҙаҡбаев. Олжас Жанайдаровтың «Бер, ике, өс…» пьесаһының темаһы милләттең бөгөнгө торошона тап килә: телдең бөтөүе күп һәләкәттәргә илтеүе ихтимал. Спектаклдәге Ураҙбай менән Булат яҙмышы киҫкен социаль теманан трагедия юғарылығына күтәрелә, ә Библиялағы тәү ҡылынған гонаһ лейтмотив булып яңғырай. Спектакль замандаштарыбыҙҙы киҫәтә һымаҡ – тел бөтһә, халыҡ та бөтә, ил дә юҡҡа сыға.

«ТУҒАНЛЫҠ». 4-СЕ КӨН