Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ». 5-СЕ КӨН

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара фестивале дауам итә. Бишенсе көндә лә, йола буйынса, иртән театр тәнҡитселәре Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Мостай Кәрим әҫәре буйынса «Өс таған» спектакле тураһында фекер алышты. «Өс таған» спектаклен Башҡортостанда тыуып үҫкән йәш Мәскәү режиссеры Антон Федоров ҡуйған.

14:00 сәғәттә «Атола» ҡунаҡханаһының конференц-залында, Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә, «Рәсәй театрының яңы йөҙҙәре» («Новые лица российского театра») лекцияһы уҙҙы. Лецияны  театр тәнҡитсеһе, сәнғәт белгесе, МХАТ мәктәп-студияһы профессоры Ольга Егошина уҡыны.

16:00 сәғәттә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Хәсән Акарҙың Bostanci art продюсер компанияһы «Пирайе» спектаклен күрһәтте. Режиссеры һәм актер – Морат Чидамли. Әҫәрҙең нигеҙенә төрөк шағиры Назым Хикмәттең төрмәлә ултырған сағында ҡатыны Пирайеға яҙған хаттары алынған. Сәйәси ҡараштары өсөн 28 йылға иркенән мәхрүм ителгән шағир үҙенең бөтә кисерештәрен, әрнеүҙәрен баҫырлыҡ көстө ҡатыны Пирайеға булған мөхәббәтендә таба һәм уға булған хистәрен, донъя ҡоролошо, үҙенең яҙмышы тураһында уйланыуҙарын хат юлдарына һәм шиғырҙарына күсерә.

19:00 сәғәттә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә Ш.Хөсәйенов исемендәге Аҡмола өлкә ҡаҙаҡ музыкаль-драма театры (Ҡаҙағстан) В. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» спектаклен тәҡдим итте. Замандаштарына театр донъяһында ҡулланылған яңы ысул һәм алымдарҙы тәүгеләрҙән булып еткереү бурысын алған ижадсылар режиссер Дина Жумабаева менән берлектә В. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта»һын да үҙенсәлекле һәм заманса итеп сәхнәләштерә. Мәңгелек мөхәббәт темаһы төрлө театр сәхнәләрендә мең тапҡыр уйналғандыр, әммә Ш. Хөсәйенов исемендәге Аҡмола өлкә ҡаҙаҡ музыкаль-драма театрының «Ромео һәм Джульеттаһы» – стилистика, сәхнә биҙәлеше, актерҙар уйыны менән күңелдәрҙе арбай һәм башҡаларҙан айырылып тора.

«ТУҒАНЛЫҠ». 5-СЕ КӨН