Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ». 6-СЫ КӨН

Фестивалдең алтынсы көнө  Театраль йыйын менән башланып китте. Ҡунаҡтар һәм сарала ҡатнашыусылар Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы эргәһендәге яланда йыйылды.  Йола булараҡ ҡунаҡтарҙы Ҡырмыҫҡалы таланттары йыр һәм бейеү менән ҡаршы алды, республикала йәшәгән халыҡтарҙың милли аш-һыуы менән һыйланы. Йыйын һабантуй форматында ойошторолдо. Ҡунаҡтар төрлө спорт ярыштарында ҡатнашты. Мәргән уҡсы, арҡан тартыу, ҡатыҡтан тәңкә эҙләү, тоҡта йүгереү һәм әлбиттә, милли уйын — көрәш. Әйткәндәй, көрәштә абсолют чемпион исемен башҡорт батыры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы Азамат Даутов яуланы. Батырға һарыҡ бүләк ителде.

Артабан киске сәғәт 19.00 программала Павел Кучияк исемендәге Милли драма театрында (Алтай Республикаһы) П.Кучияк пьесаһы буйынса «Чейнеш» спектаклен күрһәтте.

Тулыраҡ мәғлүмәт бында.