Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ». 7-CЕ КӨН

13-сө сентябрь, шаршамбы. Фестиваль уңышлы дауам итә. «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивалендә ҙур тәжрибә тупланды, оҫталыҡ дәрестәре файҙалы үтте, — тиҙәр килгән ҡунаҡтар. Көндөҙ «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Рәсәй» медиаүҙәгендә «Мәҙәниәт диалогы» темаһына матбуғат конференцияһы үтте.

19.00 сәғәттә, Башҡортостан Республикаһының Рус дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Ҡаҙағстан «Жастар» театры Николай Гогольдең «Ревизор» комедияһын күрһәтте. Театрҙың Художество етәксеһе һәм режиссеры Нурҡанат Жаҡыпбай һүҙҙәре буйынса «Жастар» театрының «Ревизор» спектакле әлеге көндә тулы сәхнәләр йыйа. Бына, Өфө тамашасылары ла Астана театрын ысын күңелдән ҡабул итте, тип әйтһәк тә була.

Шулай уҡ сәғәттә, Төрки телле театрҙарҙың алтынсы халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале сиктәрендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Г. Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театры «Дон Жуан» спектаклен тәҡдим итте.

Булат Гайнетдинов фотоһы

GBR_2382

GBR_2692 GBR_2659 GBR_2663 GBR_2667 GBR_2687

_D3_1717-Retina _D3_1720-Retina _D3_1721-Retina _D3_1723-Retina _D3_1726-Retina _D3_1728-Retina _D3_1743-Retina _D3_1763-Retina _D3_1777-Retina _D3_1780-Retina _D3_1783-Retina _D3_1788-Retina _D3_1800-Retina _D3_1836-Retina