Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ». 8-СЕ КӨН

30 майҙа «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестиваленең һуңғы көнө.

Иртән фестивалдең эксперт советы А.М.Топанов исемендәге Хакас милли драма театры (Хакасия) «Ҡарт һәм диңгеҙ» спектакле һәм Бакен Кыдыкеева исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт йәш тамашасылар театры (Ҡырғыҙстан) «Ҡорон» (Тунджер Джудженоглу) спектакле тураһында фекер алышты.

12:30 Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара фестиваленә бағышланған матбуғат конференцияһы үтте. Конференцияла спикерҙар – фестивалдең президенты, М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың, Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт ИСРАФИЛОВ, Эксперт советтың рәйесе, Рәсәй Армияһы театрының художество етәксеһе, режиссер, театр педагогы, актер, халыҡ артисы Борис БОРОЗОВ, Эксперт советтың ағзаһы, Камал исем. Татар дәүләт академия театрының әҙәби-драматик бүлеге етәксеһе, билдәле театр белгесе Нияз ИҒЛАМОВ һәм дә фестивалдең художество етәксеһе Олег ХАНОВ ҡатнашты.

15:00 сәғәттә «Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәһендә Тыва Республикаһынан килгән В. Кок-оола исемендәге Милли музыкаль-драма театры «Чадаған» спектаклен тәҡдим итте. «Чадаған» музыкаль легендаһы – Тыва Республикаһының Милли театры һәм Милли оркестрының берлектәге ижад емеше. Был спектакль  үҙенән күпкә өлкән булған кешегә көсләп кейәүгә бирелгән йәш ҡыҙҙың һәм дә боронғо музыкаль ҡорал – Йатағандың (Чадаған) барлыҡҡа килеүе тарихын үҙ эсенә алған.  Яратмаған ирҙән балаһы тыуғас,  йәш әсә күкрәк һөтөн имеҙеүҙән баш тарта. Яңы тыуған сабыйҙы йәлләп, бар халыҡ ҡайғыра һәм йәш әсәнең сабыйына ҡарата  һөйөүен уятырға теләп, улар төрлө саралар эҙләй.

20:00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә VII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестиваленең ябыу тантанаһы үтте. Сарала фестивалдең еңеүселәренең исемдәрен билдерҙеләр.