Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ»: Бакен Кыдыкеева исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт йәш тамашасылар театры (Ҡырғыҙстан)

23 майҙан 30 майға тиклем республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Афишала – Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Алтай һәм Ғағауз республикаларынан 13 спектакль.
Фестивалдә ҡатнашыусы коллективтар менән таныштырабыҙ.

 

БАКЕН КЫДЫКЕЕВА ИСЕМЕНДӘГЕ ҠЫРҒЫҘ ДӘҮЛӘТ ЙӘШ ТАМАШАСЫЛАР ТЕАТРЫ «ҠОРОН» (Тунджер Джудженоглу) спектаклен күрһәтә.

Дәүләт академия урыҫ драма театры сәхнәһендә 29 майҙа 19:00 сәғәттә башлана

 

СПЕКТАКЛЬ АВТОРҘАРЫ:

Ҡуйыусы-режиссер – Эльвира ИБРАГИМОВА

Ҡуйыусы-рәссам – Юлдаш НУРМАТОВ

Музыкаль биҙәлеш – Эльвира ИБРАГИМОВА

 

СПЕКТАКЛЬ ТУРАҺЫНДА:

Театрҙың художество етәксеһе Эльвира Ибраһимова ҡуйған «Ҡорон» спектакле театр репертуарында иң уңышлы әҫәрҙәрҙең береһе. Тауҙар ҡуйынында ятҡан бәләкәй ауылда йәшәгән халыҡ йылына ни бары өс ай ғына ирекле тормошта йәшәп ҡала: күңел аса ала, шаулап-гөрләп туйҙар үтә, балалар тыуа… Башҡа ваҡытта улар — Ҡорон тотҡоно, сөнки саҡ ҡына тауышҡа ла ҡорондоң уяныуы ихтимал, ә тауҙарҙан ишелеп төшкән ҡар ҙур һәләкәткә килтерә… Бәлки ерле халыҡты тәбиғәт күренеше генә ҡурҡытмай, ғөмүмән, ирекле булыу ҡурҡыталыр?!..

 

 

ТЕАТР ТУРАҺЫНДА:

Бакен Кыдыкеева исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт йәш тамашасылар театрына 1929 й. нигеҙ һалынған. Театр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ябылып, 1989 й. ғына яңынан эш башлай.
2005 й. театрға бөйөк ҡырғыҙ актрисаһы, сәхнә Алиһәһе, СССР-ҙың халыҡ артисы Бакен Кыдыкеева исеме бирелә.
Утыҙ йыллыҡ тарихы булған театр төрлө кимәлдәге фестивалдәрҙә ҡатнашып, профессиональ театр белгестәренең һәм тәнҡитселәрҙең юғары баһаһына лайыҡ була.