Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ»: Дионис Танасоглу исемендәге Ғағауз Милли театры (Молдова Республикаһы)

23 майҙан 30 майға тиклем республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Афишала – Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Алтай һәм Ғағауз республикаларынан 13 спектакль.
Фестивалдә ҡатнашыусы коллективтар менән таныштырабыҙ.

 

ДИОНИС ТАНАСОГЛУ ИСЕМЕНДӘГЕ ҒАҒАУЗ МИЛЛИ ТЕАТРЫ «ҠӘҘЕРЛЕ ПАМЕЛА» спектаклен күрһәтә.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә 25 майҙа 19:00 сәғәттә башлана

 

СПЕКТАКЛЬ АВТОРҘАРЫ:

Режиссёры – Турал МУСТАФАЕВ

Рәссам – Мустафа МУСТАФАЕВ

 

СПЕКТАКЛЬ ТУРАҺЫНДА:

Йәш коллектив булыуына ҡарамаҫтан, үҙ йүнәлешен тапҡан һәм замандаштары өсөн рухи ҡибла булырға әҙер театр төрки телле ижадсыларҙы берләштергән бәйгелә “Ҡәҙерле Памела” исемле спектакль тәҡдим итә. Күп кенә ҡыйынлыҡтар күргән, әммә ышанысын, өмөтөн юғалтмаған Театрҙың был әҫәрендә лә изгелектең бөйөк көс икәне иҫбатлана – оло йәштәге яңғыҙаҡ ҡатын һәм мутлашырға теләүселәр араһында барған хәл-ваҡиғалар береһен дә битараф ҡалдырмай.

 

 

 

ТЕАТР ТУРАҺЫНДА:

Чадыр-Лунга ҡалаһының Ҡала Мәҙәниәт йорто нигеҙендә барлыҡҡа килгән  Ғағауз Милли театры үҙенең тарихын 1997-се йылда М. Чакир исемендәге театр булараҡ башлай. Ижади коллектив күп кенә һынауҙар аша үтә, хатта тарҡалып, ике йылға яҡын тиерлек энтузиастар ҡулында тороп ҡала, 2013 йылдан иһә йәнә дәүләт ҡарамағына ҡайтарыла һәм йылъяҙмаһын Дионис Танасоглу исемендәге Ғағауз Милли театры булараҡ  яңынан тергеҙеп ебәрә.

 

 

 

 

Тулыраҡ мәғлүмәт бында.