Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ»: dOM Бойондороҡһоҙ театры (Баҡы, Әзербайжан)

23 майҙан 30 майға тиклем республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Афишала – Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Алтай һәм Ғағауз республикаларынан 13 спектакль.
Фестивалдә ҡатнашыусы коллективтар менән таныштырабыҙ.

dOM  БОЙОНДОРОҠҺОҘ ТЕАТРЫ «ЛИМБО» спектаклен күрһәтә. Спектаклдең авторы – Тарлан РАСУЛОВ.

М.Ғафури ис. БАДТ бәләкәй сәхнәһендә 25 майҙа 16:00 сәғәттә башлана

СПЕКТАКЛЬ ТУРАҺЫНДА:

«Лимбо» спектаклен актерҙар тамашасылар араһына сығып уйнай, тамашасылар һәм сәхнә араһында бер ниндәй сикләүҙәр юҡ, шуға күрә һәр кем әҫәрҙең эсенә инеп китеп, уның тәъҫирен «эстән тоя». Актерҙарҙың уйындары ла башлыса импровизацияға ҡоролған, хәрәкәт күп булғанлыҡтан һәм дә тамашасылар уйынға йәлеп ителгәнлектән тамашасылар өсөн ултырғыстар ҡулланылмай.

 

 

 

ТЕАТР ТУРАҺЫНДА:

dOM театры  2016 – сы йылда Тарлан Расулов  тарафынан яңыса һәм альтернатив  ысул һәм алымдарҙы  алға ебәреү  өсөн ойошторолған булһа ла, әммә бөгөнгө көндә ул Әзербайжанда берҙән-бер  интерактив театр булараҡ та урын алып тора. Ошо йылдар эсендә Театр мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн Йәмәғәтселек Театры, «Лимбо» иммерсив спектакле, «Полигон» ижади платформаһы һәм башҡа проекттарҙы тормошҡа ашырған. Әлеге ваҡытта Әзербайжан Театр эшмәкәрҙәре союзы нигеҙендә театр эксперименталь режиссура буйынса курс асҡан.

 

 

Тулыраҡ мәғлүмәт бында.