Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ» ФЕСТИВАЛЕ БАШЛАНЫУҒА БЕР АЙ ҠАЛДЫ

Теүәл бер айҙан республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VI Халыҡ-ара фестивале башлана.

7 сентябрҙән 14-нә тиклем баш ҡалабыҙҙың театрҙары майҙанында 12 илдән төрлө спектаклдәр күрһәтеләсәк. Улар араһнда Хакас, Алтай, Балҡар,  Тыва, Сыуашстан, Татарстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан,  Дағстан, Әзербайджан республикалары, Төркиәнән театр коллективтарының сығыштары ҡаралған. Башҡортостан Республикаһы исеменән конкурс программаһы сиктәрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ҡатнаша. Шулай уҡ конкурстан тыш Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Салауат дәүләт башҡорт драма театры спектаклдәрен күрһәтәсәк.

Фестивалдең жюри ағзалары: СССР халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова, Х.Намсараев исемендәге Бүрәт дәүләт академия драма театры художество етәксеһе Эржена Жамбалова (Бүрәт Республикаһы, Улан-Удэ),  Төркиә яҙыусылары союзы ағзаһы, драматург Тунджер Джюдженоглу (Төркиә, Стамбул),  М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театры художество етәксеһе Рифҡәт Исрафилов (Ырымбур) һәм жюри рәйесе — Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәй Армияһы Үҙәк театры художество етәксеһе Борис Морозов (Мәскәү).

Спектаклдәрҙе йола буйынса театр тәнҡитселәре коллегияһы ҡарай һәм анализлай. Улар:  «Литературная газета» баҫмаһының редакторы, «Алтын битлек» фестивале эксперт комиссияһы ағзаһы Александр Вислов (Мәскәү), Сәнғәт һәм мәҙәниәт институты доценты, «Алтын битлек» фестивале эксперт комиссияһы ағзаһы Татьяна Тихоновец (Пермь), ГИТИС-тың тарих, фәлсәфә һәм әҙәбиәт кафедраһы профессоры, филология фәндәре докторы Леонид Ястребов (Мәскәү), Г.Камал Татар дәүләт академия драма театры әҙәбиәт бүлеге мөдире Нияз Иғламов (Ҡазан) һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, фәлсәфә фәндәре докторы Галина Вербицкая (Өфө).

Спектаклдәрҙән тыш фестиваль сиктәрендә Мәскәү театр тәнҡитселәре Игорь Овчинников һәм Марина Давыдованың лекциялары, Рәсәй театрҙар эшмәкәрҙәре союзының милли театрҙар кабинеты рәйесе Борис Манджиев менән түңәрәк өҫтәл, артистар ҡатнашлығында этно-концерт үтәсәк. Шулай уҡ  «Төрки телле театр һәм мәҙәниәттәр диалогы» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция буласаҡ. Уға махсус ҡунаҡ саҡырылған:  Голдсмит университеты профессоры Мария Шевцова (Лондон, Бөйөк Британия).

Фестиваль спектаклдәренә билеттарҙы театр кассаларында һәм театрҙарҙың сайттарында онлайн  һатып алырға була. Лекция, осрашыуҙар һәм конференцияға инеү ирекле.

Афиша_Туганлык_исправ_