Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«Туғанлыҡ» фестивале сиктәрендә Театраль йыйын үтәсәк

28 майҙа, Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә, Театраль йыйын үтәсәк. Йыйын һабантуй форматында ойошторола.

Йола булараҡ ҡунаҡтарҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы Ҡырмыҫҡалы таланттары йыр һәм бейеү менән ҡаршы ала, республикала йәшәгән халыҡтарҙың милли аш-һыуы менән һыйлана. Ҡунаҡтар төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша ала: мәргән уҡсы, арҡан тартыу, ҡатыҡтан тәңкә эҙләү, тоҡта йүгереү һәм әлбиттә, милли уйын — көрәш, батырға һарыҡ бүләк ителә.

8:30 сәғ. — Ҡырмыҫҡалы районына сығыу

9:30 сәғ. — Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыу  (Ҡырмыҫҡалы районы)

10:00-16:00 сәғ. — Театраль йыйын (Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы эргәһендәге)

Ойоштороусы — Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ.