Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«Туғанлыҡ» фестивале сиктәрендә Театраль йыйын үтәсәк

28 майҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы эргәһендәге Театраль йыйын үтәсәк. Йыйын һабантуй форматында ойошторола.

Йола булараҡ ҡунаҡтарҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы Ҡырмыҫҡалы таланттары йыр һәм бейеү менән ҡаршы ала, республикала йәшәгән халыҡтарҙың милли аш-һыуы менән һыйлана. Ҡунаҡтар төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша ала: мәргән уҡсы, арҡан тартыу, ҡатыҡтан тәңкә эҙләү, тоҡта йүгереү һәм әлбиттә, милли уйын — көрәш, батырға һарыҡ бүләк ителә.

Йыйын 11:00 сәғәттә башлана.


«Туғанлыҡ-2017»