Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«Туғанлыҡ» фестиваленә бағышланған матбуғат конференцияһы үтте

Бөгөн, 30 майҙа, Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара фестиваленә бағышланған матбуғат конференцияһы үтте. Конференцияла спикерҙар – фестивалдең президенты, М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың, Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт ИСРАФИЛОВ, Эксперт советтың рәйесе, Рәсәй Армияһы театрының художество етәксеһе, режиссер, театр педагогы, актер, халыҡ артисы Борис БОРОЗОВ, Эксперт советтың ағзаһы, Камал исем. Татар дәүләт академия театрының әҙәби-драматик бүлеге етәксеһе, билдәле театр белгесе Нияз ИҒЛАМОВ һәм дә фестивальдең художество етәксеһе Олег ХАНОВ ҡатнашты.

Тулырак мәғлүмәт бында.