Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«Туғанлыҡ» фестиваленең ҡатнашыусы-театрҙарҙың етәкселәренең ултырышы үтте

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры көҙгө кулуарында «Туғанлыҡ» фестиваленең ҡатнашыусы-театрҙарҙың етәкселәренең ултырышы үтте. Ултырышта Тыва, Алтай, Ҡырым, Молдова, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Татарстан Республикаларының вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуҙы «Туғанлыҡ» фестиваленең художество етәксеһе Олег Ханов үткәрҙе. Ултырышта һәр бер театрҙың етәксеһе үҙенең театр тураһында һөйләне.