Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«Туғанлыҡ» фестиваленең ҡунаҡтарын ҡаршылау дауам итә

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестиваленең ҡунаҡтарын ҡаршылау дауам итә. Бөгөн кис Фестивалдең дирекцияһы Тыва Республикаһынан ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. «Туғанлыҡ» ҡунаҡтарын ҡымыҫ һәм бауырһаҡ менән һыйланылар.

Иртәгә, 23 майҙа, Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестиваленең асыу тантанаһы үтә:

17:30 – Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыу

18:00 – театр фойеһында театрлаштырылған тамаша

19:00 – «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле күрһәтәлесәк.