Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ» ФЕСТИВАЛЕНЕҢ БЕРЕНСЕ ҠУНАҠТАРЫ

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестиваленең дирекцияһы – М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин, Фестивалдең художество етәксеһе Олег Ханов, Фестивалдең программа директоры Айһылыу Сәғитова – «Туғанлыҡ»тың беренсе ҡунаҡтарын ҡаршы алдылар. 

Бөгөн Өфөгә Мәскәүҙән Фестивалдең эксперт советының рәйесе Борис Морозов ҡатыны менән, Әзербайжан Республикаһынан dOM Бойондороҡһоҙ театры етәксеһе Тарлан Расулов, төп менеджеры Ягут Пашаев, продюсеры Сабахи Маммадов, Молдова Республикаһынан Дионис Танасоглу исемендәге Ғағауз Милли театры директоры Михаил Константинов килделәр. «Туғанлыҡ» ҡунаҡтарын ҡымыҙ һәм бауырһаҡ менән һыйланылар. 

Тиҙҙән Өфө ҡалаһы Фестивалдең ҡалған ҡатнашыусыларын ҡаршы ала, сөнки иртәгә – Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестиваленең асыу тантанаһы.