Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ»: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры (Башҡортостан)

23 майҙан 30 майға тиклем республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Афишала – Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Алтай һәм Ғағауз республикаларынан 13 спектакль.
Фестивалдә ҡатнашыусы коллективтар менән танышыубыҙҙы башлайбыҙ.

 

МӘЖИТ ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ  «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц.) спектаклен күрһәтә.

М.Ғафури ис. БАДТ сәхнәһендә 23 майҙа 19:00 сәғәттә башлана.

 

СПЕКТАКЛЬ АВТОРҘАРЫ:

Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат АБУШАХМАНОВ

Башҡортсаға тәржемә авторы – Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ

Рәссам – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театраль премия лауреаты Альберт НЕСТЕРОВ

Композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәреИлшат ЯХИН

Рәссам-яҡтыртыусы – Илшат САЯХОВ

Пластика – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ринат АБУШАХМАНОВ

 

СПЕКТАКЛЬ ТУРАҺЫНДА:

«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле – XIX Халыҡ-ара Волков фестивалендә ҡатнашыусы (Ярославль-2018 йыл), «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премия – фестиваленең «Иң яҡшы ҙур формалы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше» (Айрат Абушахманов), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Римма Ҡаһарманова), «Иң яҡшы рәссам эше» һәм «Иң яҡшы костюм буйынса рәссам эше» (Альберт Нестеров), «Иң яҡшы яҡтыртыу буйынса рәссам эше» (Илшат Саяхов) номинацияларында ҡатнашыусы. «Алтын битлек»тең драма һәм ҡурсаҡ театрҙары жюриһының Беренсе махсус призына «За сценическое прочтение романа Гузели Яхиной «Зулейха открывает глаза» номинацияһында еңеү яуланы.

…1930-сы йылдың ҡыш айы. Крәҫтиән ҡыҙы Зөләйханы йөҙҙән ашыу күскенселәр менән бергә теплушка вагонында бик иҫке, ауыр юлдарҙан Себергә ебәрәләр. Улар араһында крәҫтиәндәр һәм интеллигенция, мосолмандар һәм христиандар, мәжүсиләр һәм динһеҙҙәр, урыҫтар, башҡорттар, татарҙар, грузиндар, немецтар һәм сыуаштар – барыһы ла Анҡара буйында осрашасаҡ, һәм уларға көн һайын йәшәргә хоҡуҡтарын яҡларға тура киләсәк…

 

ТЕАТР ТУРАҺЫНДА:

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры – Башҡортостандың йәштәше, яҙмыштары ла уларҙың уртаҡ. Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта 1919 йылдың 4 декабрендә барлыҡҡа килгән Башҡорт театры, 1922-се йылдан Өфө ҡалаһына күсерелә. Театрҙың тәүге художество етәксеһе һәм директоры – Вәлиулла Мортазин-Иманский. 1935-се йылда Театрға «академия» исеме, 1970-се йылда – Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ ордены менән бүләкләнә, 1971-се йылдан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури исемен йөрөтә.  Театр һәр ваҡыт көслө труппаһы һәм ижадсылары менән дан ҡаҙанып килә. Йөҙ йыллыҡ тарихы булған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры республиканың тәүге театры, милли сәнғәтте һаҡлаған һәм дауам иткән мөһим мәҙәниәт усағы булараҡ билдәле. Театр үҙ сәхнәһендә бер быуатҡа яҡын юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙе раҫлап, тыныслыҡ, миһырбанлыҡ һәм мөхәббәт идеалдарына хеҙмәт итә, халыҡ мәҙәниәтен, туған телде һәм милли рухты һаҡлай.