Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ»: Салауат дәүләт башҡорт драма театры (Конкурстан тыш спектакле)

23 майҙан 30 майға тиклем республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Афишала – Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Алтай һәм Ғағауз республикаларынан 13 спектакль.
Бөгөн конкурстан тыш спектакле менән таныштырабыҙ:

 

САЛАУАТ ДӘҮЛӘТ БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ «Бер, ике, өс…» (О.Жанайдаров) спектаклен күрһәтә.

 

М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә 26 майҙа 22:00 сәғәттә башлана

 

СПЕКТАКЛЬ АВТОРҘАРЫ:

Ҡуйыусы-режиссер – Илсур ҠАҘАҠБАЕВ

Ҡуйыусы-рәссам – Зилиә КАНЧУРИНА

Рәссам-яҡтыртыусы – Илшат САЯХОВ

Музыкаль биҙәлеш– Илсур ҠАҘАҠБАЕВ, Риф САЛИШЕВ

 

СПЕКТАКЛЬ ТУРАҺЫНДА:

Олжас Жанайдаровтың «Бер, ике, өс…» пьесаһының темаһы милләттең бөгөнгө торошона тап килә: телдең бөтөүе күп һәләкәттәргә илтеүе ихтимал. Спектаклдәге Ураҙбай менән Булат яҙмышы киҫкен социаль теманан трагедия юғарылығына күтәрелә, ә Библиялағы тәү ҡылынған гонаһ лейтмотив булып яңғырай. Спектакль замандаштарыбыҙҙы киҫәтә һымаҡ – тел бөтһә, халыҡ та бөтә, ил дә юҡҡа сыға…

 

 

 

ТЕАТР ТУРАҺЫНДА:

Салауат дәүләт башҡорт драма театры Ауырғазы колхоз-совхоз театры булараҡ үҙ тарихын Ауырғазы районының Толбазы ауылында башлай. 1956 йылда Башҡорт хөкүмәте ҡарары буйынса театр Салауат ҡалаһына күсерелә һәм ҡаланың исеме менән йөрөтөлә башлай. 85 йыллыҡ тарихы булған театр халыҡтың рухи донъяһын сағыу ижады менән байыта һәм республикабыҙҙың алдынғы ижади коллективтарының береһе булып иҫәпләнә.