Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

«ТУҒАНЛЫҠ»: Ш.Хөсәйенов исемендәге Аҡмола өлкә ҡаҙаҡ музыкаль-драма театры (Ҡаҙағстан)

23 майҙан 30 майға тиклем республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Афишала – Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Алтай һәм Ғағауз республикаларынан 13 спектакль.
Фестивалдә ҡатнашыусы коллективтар менән таныштырабыҙ.

Ш.ХӨСӘЙЕНОВ ИСЕМЕНДӘГЕ АҠМОЛА ӨЛКӘ ҠАҘАҠ МУЗЫКАЛЬ-ДРАМА ТЕАТРЫ (Ҡаҙағстан) В. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» спектаклен күрһәтә.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә 27 майҙа 19:00 сәғәттә башлана

 

СПЕКТАКЛЬ АВТОРҘАРЫ:

Ҡаҙағ теленә тәржемә авторы – Абиш КЕКИЛБАЕВ

Ҡуйыусы-режиссер — Дина ЖУМАБАЕВА

Ҡуйыусы-рәссам – Акбала ТУРГИНБАЕВА

Костюмдар буйынса рәссам – Маймура ТОПАНБАЕВА

Режиссер ярҙамсыһы:– Кайрат МУРЗАБУЛАТОВ

Балетмейстер – Шырын МУСТАФИНА

 

СПЕКТАКЛЬ ТУРАҺЫНДА:

Замандаштарына театр донъяһында ҡулланылған яңы ысул һәм алымдарҙы тәүгеләрҙән булып еткереү бурысын алған ижадсылар режиссер Дина Жумабаева менән берлектә В. Шекспирҙың “Ромео һәм Джульетта”һын да үҙенсәлекле һәм заманса итеп сәхнәләштерә. Мәңгелек мөхәббәт темаһы төрлө театр сәхнәләрендә мең тапҡыр уйналғандыр, әммә Ш. Хөсәйенов исемендәге Аҡмола өлкә ҡаҙаҡ музыкаль-драма театрының “Ромео һәм Джульеттаһы” – стилистика, сәхнә биҙәлеше, актерҙар уйыны менән күңелдәрҙе арбай һәм башҡаларҙан айырылып тора

 

 

 

ТЕАТР ТУРАҺЫНДА:

Ш.Хөсәйенов исемендәге Аҡмола өлкә ҡаҙаҡ музыкаль-драма театры уҙған быуатта барлыҡҡа килеп, егерме беренсе быуатта ижади танылыу яулаған йәш коллектив. Сирек быуат эсендә театр 120 сәхнә әҫәрен тамашасылар хөкөмөнә сығарған. Үҙҙәренең милли әҙәбиәтенә генә түгел,  ә рус, сит ил классикаһына ла мөрәжәғәт итеп, театр донъяһында үҙ исемен таныта барған коллективта бөгөнгө көндә 34 актер эшләй, уларға йәштәрсә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, ижади эҙләнеү хас..